Үтә алмаҫлыҡ урында тиҙ таралған ут менән көрәшкә бер нисә берәмек техника, Ка-32 вертолеты, 15 кешенән торған шәхси состав йәлеп ителде. “Бындай тәжрибәләр оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Ноябрь айында Нуриман районы Павловка ауылында ҡотҡарыусылар өсөн база асыу ҡарала. Объекттағы төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов танышты. Киләһе аҙнала эҙләү-ҡотҡарыу отряды бинаһының каркас модулдәрен монтажлау башлана.







