Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша. Тирмә рәүешендә экспозиция урынлаштырылды. Милли коллективтар сығыш яһай. Башҡорт биҙәүестәрен, музыка ҡоралдарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бынан тыш фестивалдә Башҡортостан режиссерҙары ижады менән таныштыралар. Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина һөйләй.
Фестиваль барышында, 26 августа Башҡортостан республикаһы көнө уҙғарыла.







