Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны арта

Бер тәүлектә 237 кешегә ковид диагнозы ҡуйылған.

Әле мәкерле сир менән республикала 295 мең 23 кеше ауырый. Уларҙың 183 ковид-госпиталгә һалынған. Хроник сирлеләр, өлкәндәр үпкә шешеүен айырыуса ауыр үткәрә.

Шул уҡ ваҡытта коронавирусты еңел формала, бер ниндәй билдәһеҙ үткәреүселәр ҙә теркәлгән. Һуңғылары ауырыуҙарҙың дөйөм күләменән ете процентты тәшкил иткән. Ревакцинация темптары буйынса республика илдең иң алдынғы төбәктәре исемлегендә. Өфөләге 5-се дауахананың 3-сө поликлиникаһында ла сиргә ҡаршы прививка ҡаҙатыусылар артҡан.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ике айҙа төбәктә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр ике тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта уҙған ике аҙна эсендә ауырыу йоҡтороусыларҙың дөйөм күрһәткесе 65 процентҡа күбәйгән.

Республикала ковид-19 инфекцияһы буйынса хәл тотороҡло тип билдәләнде. Сентябрь аҙағы-октябрь башында сирҙең таралыу темптары артыуы көтөлә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн медицина учреждениеларында вакцина етерлек кимәлдә. Тиҙҙән грипҡа ҡаршы профилактик сара башлана. Тәү сиратта был төр прививка мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә яһала.

Фото №1 - Башҡортостанда  коронавирус йоҡтороусылар һаны арта

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ