«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» конкурсында Башҡортостандан бер юлы дүрт проект еңеү яуланы

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы яҙып сыҡты. Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө, Ишембай йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү маҡсатында федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ. Проекттар һәр биләмәнең үҙенсәлеген сағылдыра.

Ишембайҙа үҙәк парк тергеҙелә, Яңауылда ҡаланың тарихи үҙәге яңы һулыш ала, Ағиҙелдә йылға яры менән ҡомлоҡ һәм кәмәләр причалына илткән юл төҙөкләндерелә. Дүртөйлөнөң проекты «Башҡортостандың йылға ҡапҡаһы» тип атала.

 Конкурс еңеүселәрен тәбрикләп, Башҡортостан башлығы был ҡаҙанышта муниципаль берәмектәр командаһы, Башҡортостандың ауыл һәм ҡалалар үҫеше институты, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм халыҡтың өлөшө ҙур булыуын билдәләгән. 2019 йылдан бирле Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан 20 проект еңеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостанға 2 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителгән.

Фото №1 - «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» конкурсында Башҡортостандан бер юлы дүрт проект еңеү яуланы

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ