Ҡытайҙа Башҡортостанда етештерелгән һөт сауҙаға сығарыла

Алыҫ Көнсығыштағы күршеләргә 19 мең банка киптерелгән продукт оҙатылды Экспортеры һөт ҡатнашмалары етештереү линияһы тергеҙелгән Мәләүез һөт консерва комбинаты. Проект «Инвестиция сәғәте» барышында өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде.

Предприятиеға ҡоролмалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға субсидия һәм һалым ташламалары ҡаралған. Инвестиция күләме – миллиард ярым һум. Һөҙөмтәлә йылына балалар ризығы етештереү өсөн 8 мең ярым тонна киптерелгән һөт, мең тонна май күләме кәметелгән киптерелгән һөт һәм мең ярым тонна аҡ май етештереү ҡарала.

Фото №1 - Ҡытайҙа Башҡортостанда етештерелгән һөт сауҙаға сығарыла

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ