Балалар табибына һөжүм. Стәрлетамаҡта пациентының өйөнә саҡырылған медицина хеҙмәткәренә күп фатирлы йорт подъезында билдәһеҙ ир ҡул күтәргән. Һөҙөмтәлә табип тән йәрәхәттәре алған. Стәрлетамаҡтан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
25 йәшлек педиатр йөҙөн күрһәтмәүебеҙҙе һәи исем-шәрифтәрен атамауыбыҙҙы үтенде. Яңы ғына сит ҡалала хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙ үҙенә һөжүм итеүсенең һәм уның яҡындарының эҙәрлекләүенән ҡурҡа. Башҡа коллегалары ла бындай хәлгә тарыуы ихтимал бит. Кисә ул сирле балаға саҡырыу алған. Әммә подьезға инеү менән үҙенә лә медицина ярҙамы талап ителгән.
Табип булараҡ ҡыҙ хеҙмәт юлын быйыл 5 июлдә башлаған. Күрше Ырымбур өлкәһенән килгән балалар табибы ике айҙа үҙен педиатрияны яҡшы белгән оҫта һөнәрмән булараҡ күрһәткән. Ваҡиға урынына аяныслы хәбәр алыу менән балалар дауаханаһының баш табибы ла килә. Ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрен яҡлау һәм һаҡлау өсөн етәксе аҙаҡҡа тиклем ғәҙеллек юллаясаҡбыҙ, ти.
Стәрлетамаҡта педиатрға ҡул күтәреү осрағына эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте аңалатмаһы:
Башына һуҡҡандан һуң педиатр ябыҡ баш мейеһе-һөйәге йәрәхәттәре ала, мейеһе һелкенә, ҡулдары һыҙырыла. Йорттоң кирбес стеналарына таянып саҡ-саҡ йығылмай үҙ аяҡтарында баҫып тора. Был күңелһеҙ ваҡиға ошо йорт поодьезында теркәлә. Хәбәрселәр ҡыҙға ҡул күтәреүсенең ҡайҙа йәшәүен асыҡлаған, әммә ул аралашыуҙан баш тартҡан.
Ҡаза күреүсе балалар табибы әлеге ваҡытта коллегалары күҙәтеүендә. Йәш белгес тиҙерәк яратҡан эшен дауам итергә теләй һәм уның тормошонда яҡты биттәр ҙә етәрлек. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетында ординатурала юғары белем аласаҡ.
Үкенескә күрә, балалар табибы ошо йортта йәшәгән кескәй пациенты янына барып етә алмай. Ҡыңғырауға баҫырға үрелеүе була арттан башына һуғалар. Тән йәрәхәттәре, баш мейеһе һелкенеүе. Әммә балалар табибы яратҡан һөнәренән ваз кисергә йыйынмай.
Гүзәл Борханова




