Урап һепереүсе, электромонтер, иретеп йәбештереүсе кеүек төрлө номинация буйынса бәйгелә республиканың төрлө район-ҡалаларынан тармаҡ вәкилдәре көс һынашты. Профессиональ ярыш һөнәр абруйын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бәйге финалы Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙғарылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Электрик алдында бер бурыс – билдәле схема буйынса электр сылбырын тергеҙеү. Күнегеү артыҡ ҡатмарлы түгел, ти үҙҙәре. Сөнки был эш менән уларға көн дә шөғөлләнергә тура килә. Иҫәпләгес әлегә нулгә тигеҙ күрһәткестә, тик ярты сәғәт тигәндә, макеттағы лампочкала ут ҡабынырға тейеш.
Дим районы торлаҡ-коммуналь хужалығы вәкиле Айнур Вафин бәйгелә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Һөнәр уның ғаиләһендә нәҫел буйынса күсә, тиерлек. Электр ут менән эш итеү нескәлектәренә егетте атаһы төшөндөргән.
Бәйгелә ҡатнашыусыдарҙың һәр бер хәрәкәте баһалана. Тәү сиратта, хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар йүнәлтелә. Электрик һәм иретеп йәбештереүсе эштәрендә был айырыуса мөһим. Һуңғыһында, мәҫәлән, битлек мотлаҡ. Ә торбалар беркетелгән урын тигеҙ һәм сифатлы йәбештерелгән булырға тейеш.
Бәйге бөтә республиканан йөҙҙән ашыу торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен берләштергән. Улар араһында трактор йөрөтөүселәр, урам һепереүселәр, ҡаҙансы кеүек һөнәр эйәләре бар. Улар теоретик йәһәттән дә белемен һынаны.
Бәйге торлаҡ коммуналь хужалыҡ һөнәрҙәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Йәштәр ҙә йүнәлеш буйынса эшләргә тартынмаһындар ине, ти ойоштороусылар. Тармаҡта юғары эш хаҡы булған һөнәрҙәр аҙ түгел. Тик иң мөһиме, йәшәйеште йәмләндереп, тирә-яҡты тәртипкә килтереүселәрҙе иң башта үҙебеҙ хөрмәт итергә өйрәнергә тейешбеҙ.
Рәзилә Ғиниәтуллина




