Өфөлә Донбасстан мәжбүри күсенеп килгән балалар өсөн ижади түңәрәктәр ойошторола башланы

Вокал, актерҙар курсы, хореография, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре «Таланттар планетаһы» үҙәге тарафынан үткәрелә.

Проекттың маҡсаты – һәләтле балаларға ижади яҡтан асылырға ярҙам итеп, уларға киләсәктә һөнәр һайларға булышлыҡ итеү. Курстарҙы ойоштроусылар балалар түңәрәген даими уҙғарыу өсөн Президент грантын алыуға өмөтләнә. Һәләтле Донбасс балалары менән  БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким осрашты.

Фәрзәнә Сафарали 1992 йылда Тажикстанда граждандар һуғышы ваҡытында ғаиләһе менән Донецк ҡалаһына күсенә. Әле ул үҙе ике ҡыҙ әсәһе. Украина агрессияһынан ҡасып ул балалары менән Башҡортостанға һыйынған. Уларға «Речные зори» шифахаһында ваҡытлыса йәшәү урыны бүленгән. Республикала күрһәтелгән ярҙам сараларын ҡыуанып ҡабул иткән.

Балаларым бында бик бәхетле, улар хатта Донбасста булған ваҡиғаларҙы онотто. Уларҙы көн һайын күңелле, ҡыҙыҡлы программаға йәлеп итәләр, тәм-томдар менән һыйлайҙар. Ҡыҙҙарымдың шатлығын күреп минең дә кәйефем күтәрелә.

Фәрзәнә Сафарали, мәжбүри күсеп килеүсе

Башҡортостанға мәжбүри күсеп килеүсе балалар өсөн ижади прогорамманы  «Таланттар планетаһы» үҙәге әҙерләнгән. Вокал, актерҙар курсы, һүрәт төшөрөү түңәрәге һәм башҡа йүнәлештәрҙе берләштергән оҫталыҡ дәресе ирекмәндәр тырышлығы менән уҙғарыла. Түңәрәктәрҙе артабан дауам итеү өсөн үҙәк етәкселеге Рәсәй Президенты грантын яуларға өмөтләнә. Дәүләт ярҙамы булған осраҡта республиканың башҡа ҡалаларында ла һәләтле балалар менән эш алып барыласаҡ.

Дәрестән тыш түңәрәктәр күңел асыу маҡсатында ғына үткәрелмәй. Һәләтле балалар республика һәм ил кимәлендәге бәйгеләрҙа ҡатнашасаҡ. Сәнғәт, ижад йүнәлештәрендәге уҡыу йорттарына имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итәсәкбеҙ.

Яна Янситова, «Таланттар планетаһы» үҙәге директоры

Бүленгән Президент гранттарының һаны буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында тора. Коммерция булмаған ойошмалар дәүләт ярҙамын алып йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырҙы. Мәжбүри күсенеп килгән граждандарҙың көндәлек тормошон хәстәрләү иғтибарға лайыҡ мәсьәләләрҙең береһе.

Фото №1 - Өфөлә Донбасстан мәжбүри күсенеп килгән балалар өсөн ижади түңәрәктәр ойошторола башланы
Выборы 2026

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ