Етен үләне йәшәйештең төрлө өлкәләрендә киң ҡулланыла. Шуға ҡарамаҫтан, сәсеүлектәр әйләнешендә уның күләме етәрлек түгел. Фермерҙар етенгә тейешенсә баһа биреп еткермәй. Техник култура майҙандарын арттырыу , уны үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәнергә аграрийҙар Ҡыйғы районына йыйылды.
Тап төнъяҡ-көнсығыш төбәктә етен сәнәғәте йылдам тергеҙелә. Үҫемлеккә арналған семинар-байрамдан Айнур Кәбиров репортажы.
Әле былтыр ғына был урында үткеһеҙ сүп-сар үҫкән тип уйламаҫһың да. Эйәһеҙ баҫыуҙарға хужа табылғас ҡына аҡтамыр урынына алтын башаҡтар күренә башлай. Бер йыл эсендә генә Динар Әхмәтдинов баҫыуҙы ла таҙарта, өҫтәүенә килем дә ала. Әле эшкәртелгән 12 мең гектар сәсеүлектәрҙең яртыһын тиерлек техник културалар биләй.
Туғыҙлы хужалығы етенде вика менән бергә сәсә. Беренсеһе ерҙе сүп үләндәренән таҙартһа, икенсеһе төрлө микроэлементтар менән байыта. Һөҙөмтәлә гектар ҡеүәте лә арта.
Етенде ҡулланыу өлкәһе лә киң. Медицина, еңел сәнәғәт, химия тармағы, хатта ҡорал эшләүҙә лә файҙаланалар. Беҙ уны кейәбеҙ, эсәбеҙ, төрөнәбеҙ, уның менән йыуынабыҙ, яғабыҙ һәм буяйбыҙ. Һәм әлбиттә һорау тыуа. Был тиклем ихтыяж булғас, нишләп бар хужалыҡтар ҙа етен генә үҫтермәй.
Етмеш мең гектарҙың ун меңе Әбйәлил районы хужалыҡтарына тура килә. Тап улар етен үҫтереүҙә бай тәжрибә туплаған. Рәсәй заводтарына, сит илгә экспортҡа ла һаталар. Оҙаҡлаймай районда етен майы һығыу заводы ла асмаҡсылар. Урал аръяғы райондары өсөн был культура көтөлмәгән юғалтыуҙарҙан ҡотолоу сараһы ла.
Хәйер, ҙур байрам ойоштороп маҡталған етеңдең кире яҡтары ла юҡ түгел. Еренә еткереп шөғөлләмгәнәдә зыяны ла бар, мәҫәлән, ерҙә ятып ҡалһа етендең һабаҡтары оҙаҡ серемәй ята. Һаламын мал да ашамай. шуға күрә сәсеүлектәр әйләнеше дөрөҫ үлсәнгән һәм пропорциялар һаҡланырға тейеш, ти тәжрибәле агрономдар.
Айнур Кәбиров




