Татлы ризыҡты Башҡортостандың төрлө район умартасылары тәҡдим итә. Йәрминкәләрҙең береһе баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркта үтте. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Был уйынсыҡ һәр ваҡыт үҙем менән, ти умартасы Александр Романенко. Уның йырына күңел күтәрелә, һатып алыусыларҙың да иғтибарын йәлеп итә. Александр Сергеевич инде 40 йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Яратҡан эш ялҡытмай. Быйыл ул һатып алыусыларға солоҡ һәм кәрәҙ бал тәҡдим итә.
Баш ҡаланың Иван Яҡутов исемендәге парк биләмәһендә “татлы” йәрминкә бер нисә йыл рәттән ойошторола. Унда республика умартасылары ҡатнаша. Нуриман районынан Татьяна Саханькова умартасылар династияһынан. Бала саҡтан атаһына һәм олатаһына ярҙам итеп үҫкәнгә күрә, бал ҡорттары менән уртаҡ телде ул еңел таба. Әле Саханьковтарҙың умартасылығында 120 күс бал ҡорттары иҫәпләнә.
Йәрминкәлә балды тәмләп ҡарарға мөмкин. Һатып алыусылар араһында ҡала халҡы ғына түгел, башҡа төбкәтәрҙән ял итеүселәр ҙә бар. Улар тап Башҡортостандан башҡорт балын һатып алырға тип килгән.
Өфөлә бал йәрминкәләре дауам итә. Татлы ризыҡты шәмбе һәм йәкшәмбе сәғәт ундан алып, киске дүрткә тиклем һатып алырға мөмкин. Ауыл хужалығы йәрминкәләренең графигы менән Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға була.
Әлфинә Килдейәрова







