Бөгөн илдә Географ көнө билдәләнә

Ул Рус география йәмғиәте башланғысы менән булдырылды. Рәсәйҙә географ һөнәрен популярлаштырыу, география фәнен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын географиянан ҙур диктант ойошторола. 

Байрам айҡанлы бөгөн  Мәскәүҙә Рус география йәмғиәтенең бишенсе фестивале башланды. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Ошо уңайҙан республика вәкилдәре Ҡыҙыл майҙанда башҡорт тирмәһен ҡорҙо.

Маҡсат – Рәсәй халыҡтары гөлләмәһен бар төрлөлөгөндә күрһәтеү, халҡыбыҙҙың тарихы, көнитмеше һәм мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт еткереү. Мәскәүҙән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Мәскәү, ҡыҙыл майҙан, башҡорт тирмәһе. Рус география йәмғиәте фестивалендә ҡатнашыу маҡсатында илебеҙ баш ҡалаһына килгән Башҡортостан делегация урындағы халыҡ һәм туристарҙы ҡурай моңона бейетә. Этнография музейын хәтерләткән тирмәләге һәр әйбер тарих һөйләй, халҡыбыҙҙың бай йөкмәткеле мәҙәниәте өлгөһө булып тора.

Башҡортостан тирмәһен Ҡыҙыл майҙан янындағы, Зарядье паркында урынлаштырыу, республиканы танытыу өсөн етди аҙым. Кремль – илебеҙҙең мәркәзе. Ҡыҙыл майҙан аша ғына көндә мәңәрләгән турист үтә. Тарих аша киләсәккә күпер һалған ябай башҡорт тирмәһе, Башҡортостандың туризм мөмкинлектәре хаҡында бәйән итергә форсат бирә.

Рус география йәмғиәтенең фестивале илебеҙҙең төрлөлөгөн, Рәсәй халыҡтары гөлләмәһенең сағыулығын күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Өс көн дауамында Мәскәүҙә кәсепселәрҙең ололар һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтә. Лекторийҙар эшләй. Фестивалдә ҡатнашыу йәмғиәттең төбәк бүлексәләре эшмәкәрлеге менән таныштырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле.

26 августа Рус география йәмғиәте фестивале барышында Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрен уҙғарыу ҙа ҡаралған. Ҡунаҡтарҙы һабантуйҙың спорт уйындары һәм Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе ойошторған викторина көтә. Башҡортостан һәм Мәскәү  ҡалаһының сәнғәт оҫталары байрамда ҙур концерт менән сығыш яһай.

Фото №1 - Бөгөн илдә Географ көнө билдәләнә

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ