Ноябрҙә Нуриман районында ҡотҡарыусылар өсөн яңы база асыласаҡ

Объекттағы төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов танышты.

Ер эштәре тамамланыу алдында. Киләһе аҙнала эҙләү-ҡотҡарыу отряды бинаһының каркас модулдәрен монтажлау башлана. Бинаның дөйөм майҙаны 400 квадрат метрҙан ашыу, унда махсус техника һәм йөҙөү сараларын һаҡлау өсөн айырым бокстар буласаҡ.

Павловка һыуһаҡлағысында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды 2020 йылда дежурлыҡҡа сыҡҡайны. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ваҡытлыса торлаҡ, дебаркадерҙар әҙерләнде. Яңы база төҙөлөшө графикҡа ярашлы бара, ноябргә тамамланырға тейеш. Ҡотҡарыусылар заманса йыһазландырылған бинала эшләйәсәк. Уларға тыныс дежурлыҡ, уңышлы ҡотҡарыу операциялары теләйем.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары
Фото №1 - Ноябрҙә Нуриман районында ҡотҡарыусылар өсөн яңы база асыласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ