Республикала «Яңы мөмкинлектәр» проекты дауам итә

Уның сиктәрендә аҡыл үҫеше тотҡарланған балалар өсөн көнүҙәк күнекмәләр үҙләштереү майҙансыҡтары булдырылған. Проект Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған.

Сумма 5 миллиондан ашыу һум тәшкил итә. Был аҡсаға баш ҡалала уҡыу фатирҙары булдырылған. Ә бөгөн һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән лагерь сменаһы ябылды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

«Ҡышҡы» тураманың рецебын улар ятлап алған. Ҡыяр, колбасаны турау оҫталығына егеттәр бында өйрәнгән. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән «Орбита» лагеры ошоно маҡсат итеп ҡуя ла инде. Ябай кеше өсөн көнүҙәк булған күнекмәләрҙе үҙенсәлекле балалар оҫталыҡ дәрестәрендә өйрәнә.

Ә бына Айһылыу Ғибәҙуллина лагерҙа икенсе тапҡыр ял итә. 19 йәшлек ҡыҙ бешеренергә генә түгел, тегенергә һәм көршәк яһарға ла оҫта.

5 көнлөк ял итеү сменаһы 20 үҙенсәлекле баланы берләштергән. Бында махсус учреждениеларҙа һәм ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәр бар. Уларҙың барыһы ла аҡыл үҫеше тотҡарланыу менән яфалана. Лагерға республиканың төрлө-район ҡалаларынан малай-ҡыҙҙар килгән.

Лагерға уҡыу фатирҙарында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе балалар йыйылған. Өфөлә урынлашҡан уҡыу фатирҙары үҙенсәлекле балалар өсөн көнүҙәк күнекмәләрҙе үҙләштереү майҙансығы булып тора. Балалар бында түшәк йәйеүҙән алып, үҙ аллы кибеткә йөрөргә өйрәнә. Проект «Содействие» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысында тормошҡа ашырылып, үҙенсәлекле балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Фото №1 - Республикала «Яңы мөмкинлектәр» проекты дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ