Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл 2 процентҡа күберәк ғариза ҡабул ителгән. Иң ҙур конкурс Өфө дәүләт авиация-техник университетында . Бер урынға 18 кеше дәғүә итә. Шулай уҡ нефть-техник һәм педагогия университеттарына инергә теләүселәр күп. Уларҙа бер урынғы 13 ғариза тапшырылған.







