Баш ҡала мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәргә ҡарауылсы, һаҡсы, урам һепереүсе, водитель, биналар йыйыштырыусы, вахтер, архивариус, кондуктор, һауыт-һаба йыуыусы һәм башҡа эш урындары тәҡдим ителә.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәлә һөнәр һайлау өлкәһендә дәүләт тарафынан ҡаралған барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтә.
Гөлдәриә Йосопова







