Изге эште Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылы халҡы күмәк көс менән башҡарған.
Хәбиб ҡойоһон тергеҙеү, тирә-яғын төҙөкләндереү идеяһын ошо ауылда йәшәүсе Вәлиәхмәт Әҙрисламов тәҡдим иткән.Төҙөлөш матераилдарына иғәнәне ауыл кешеләре Төрөш ауыл биләмәһе башлығы Рима Мусина ярҙамы менән йыйған.
Хәбиб шишмәһен төҙөкләндереүгә егерме мең һумолыҡ төҙөлөш материалдары ҡулланылған, ә эштәрҙе оҫта инициатив төркөм ағзалары бушлай башҡарған, бура бурап, тирә-яғын кәртәләп алғандар. Хәбиб шишмәһендә киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы үткәрелә, юлаусылар ҙа таҙа, саф шишмә һыуын эсеп, һыуһын ҡандыра.
Гүзәл Борханова







