Хәйбулла районында «Бөйөк дала» асыҡ республика рок-фестивале тамамланды

Унда республика музыканттарынан башҡа, Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар ҡатнашты. Музыкаль сара Аҡъяр ауылы паркында үтте.

Майҙанда йәш музыканттар әҫәрҙәре лә, ретро рок-композициялар ҙа яңғыраны. Сәхнәгә «Аҡъяр», «Рух», «Бөркөт» рок-төркөмдәре күтәрелде. «Дәрүиш Хан» төркөмө программаның махсус ҡунағы булып сығыш яһаны.

Фестивалдә ҡатнашыусылар фекеренсә, бындай саралар милли рокты популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Рок-фестиваль 2011 йылдан бирле үткәрелеп килә.

Фото №1 - Хәйбулла районында «Бөйөк дала» асыҡ республика рок-фестивале тамамланды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ