Муниципаль берәмектәргә юл мәсьәләләрен хәл итеүгә 270 миллион һум аҡса бүленә

Әле эштәр Нуриман, Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Благовещен, Борай, Стәрлебаш райондарында башланған.

Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Дүртенсе йыл рәттән республика райондарҙағы юлдарға ҡом һәм ҡырсынташ түшәүгә аҡса бүлә. Әле 2 мең километр самаһы әҙер юл тигеҙләнгән.

Был эш капиталь ремонт һәм асфаль түшәү программаларынан тыш башҡарыла, тип билдәләгән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында.

Фото №1 - Муниципаль берәмектәргә юл мәсьәләләрен хәл итеүгә 270 миллион һум аҡса бүленә

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ