Нуғай шоссеһындағы юлүткәргестә эштәр йылдам бара

10-сы өрлөк һалынды. Төҙөүселәр үткәүелгә илткән юлдың нигеҙен нығытыу, ҡом түшәү эштәрен дә алып бара.

10-сы өрлөктөң оҙонлоғо – 33 метр, ауырлығы 68 тонна. Эре габаритлы ҡоролма Благовещен ҡалаһынан махсус автотранспорт ярҙамында килтерелде. Тимер бетон конструкцияны күтәреүгә 160 тонналыҡ йөктәр өсөн тәғәйенләнгән кран йәлеп ителде.

Дөйөм алғанда юлүткәргес 56 өрлөктән тора. Уның киңлеге – 25 метрҙан ашыу. Тимер юлы өҫтөнән һалынған үткәүелдән ике йүнәлештә лә автомобиль транспорты хәрәкәте ойошторола.

Юлүткәргесте сафҡа индереүҙе Өфө йылғаһы аръяғындағы ҡала яны биҫтәләрендә һәм ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡоролма оҙайлы тығындар мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Контракт буйынса төҙөлөш 2023 өсөнсө кварталында тамамлана.

Фото №1 - Нуғай шоссеһындағы юлүткәргестә эштәр йылдам бара

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ