Бөгөн Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Донбасста булып ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостандан Донбасс халҡына ярҙамға февраль аҙағынан бирле 6 бригада барҙы. Бригадалар составында терапевт, стоматолог, педиатр, кардиолог, функциональ диагностика һәм башҡа тар белгестәр, бөтәһе 100 табип эшләне. Һөнәрҙәренә тоғро белгестәр үҙ теләге менән бара һәм йәш быуынға өлгө күрһәтә. Һәр бригада бер айҙан да кәм булмай. Беҙҙең табиптар Красный Луч һәм Красный Лиман ҡалаһында эшләне.
Рәмилә Исмәғилева




