Республиканың клиник онкология диспансерында дарыуҙарҙы бүлеү буйынса үҙәкләштерелгән бүлек эшләй башланы.
Быға тиклем дауахананың һәр бүлеге дарыуҙар әҙерләү менән үҙе шөғөлләнә ине һәм артып ҡалған миллилитрҙар утилләштерелә барҙы. Хәҙер иһә һәр пациентҡа шәхсән генә эшләнә торған ҡиммәтле препарат бер бүлек аша үтә һәм артып ҡалғаны ситкә түгелмәй, ә башҡа ауырыуҙарға йүнәлтелә.
Үҙәкләштерелгән бүлектең барлыҡҡа килеүе химия препараттарын ҡулланыуҙа контролде лә көсәйтә. Программала дауаханаға килгән пациенттың ауырлығы, буйы һәм башҡа күрһәткестәр бирелә. Үҙәк белгестәре шул параметрҙарға ҡарап ҡына дарыу миҡдары әҙерләй. Уларҙың эш ваҡытын видеокамералар күҙәтә. Табип хатаһы бындай шарттарҙа бөтөнләй булмаясаҡ, тип ышандыра шәфҡәт туташтары.
Айнур Кәбиров




