Рәсәй хеҙмәт министрлығы ойошторған пилот проектында Башҡортостандан туғыҙ сәнәғәт предприятиеһы ҡатнаша.
Хеҙмәтте һаҡлауҙа хәүефһеҙлек үтәлеүе мәсьәләләре Өфөлә үткән йыйылышта ҡаралды. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы хеҙмәт шарттары тыуҙырған һәм шулай уҡ был өлкәлә уҡытыуҙы өлгөлө алып барған ойошмалар араһында конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Һуңғы йыл ярымды алғанда, хеҙмәтте һаҡлау ҡануниәтендә 1 марттан үҙгәрештәр индерелде, 1 сентябрҙән тағы яңылыҡтар көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева







