Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлек итә

Йылдың тәүге  яртыһында  ғына   ике  арала тауар  әйләнеше  58 процентҡа  артҡан.  Был турала премьер-министр Андрей Назаровтың  Ислам Республикаһының  Сәнәғәт,  шахталар һәм  сауҙа министры Сәйет Риза Фатеми Әмин менән осрашыуында  белдерелде.  Андрей Назаров  әйтеүенсә,  Башҡортостан  Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан алдынғы төбәктәренең береһе булып тора. Машиналар төҙөлөшө, нефть һәм газ сәнәғәте үҫешкән. Шуға  хеҙмәттәшлек  өсөн  мөмкинлектәр ҙур, тине  хөкүмәт  рәйесе. Ислам  Республикаһы вәкилдәре   Башҡортостандың  Ирандың Эшлекле  үҙәген асыуға ҡыҙыҡһыныу  белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостан  Иран менән  хеҙмәттәшлек  итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ