Был турала Рус география йәмғиәтенең башҡарма директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов белдерҙе. Ил баш ҡалаһында ойошманың фестивале дауам итә. Уның барышында Кремль янында Башҡортостан стенды урынлаштырылды, тирмә ҡуйылды.
Рус география йәмғиәте фестивале программаһына ярашлы, 26 августа Мәскәүҙә Башҡортостан көнө ойошторола.







