Уға ярашлы, төбәктә ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу тәртибе индереү күҙаллана. Әлегә башланғыс Октябрьский ҡалаһында уңышлы ғәмәлгә ашырыла.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан штабы белгестәре ойошторған тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, пилот проект булараҡ һайланған биләмәлә 436 сүп-сар контейнеры урынлаштырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Фатир хужаларының сүп-сарҙы ишек асып заманса сүп майҙансығына ырғытыуы ҙур мегаполистарҙың көндәлек тормошон хәтерләтә. Әммә был контейнерҙар Октябрьский ҡалаһы үҙәгендә. Пилот проектҡа ярашлы, урындағы халыҡ ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу ысулын үҙләштерә. Фатир хужалары электрон асҡыс менән контейнер майҙанын асып быяла, ҡағыҙ, пластикты бүлеп ташлай.
Пилот проект сүп-сар майҙансығын тәртиптә тоторға һәм йыйылған ҡалдыҡтарҙы туҙҙырмай тупларға ярҙам итә. Бында кибеттәр йәки башҡа ойошмалар сүп ташлай алмай, тик фатир хужалары ғына. Октябрьский ҡалаһы сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ҡуйылған планды 100 процентҡа үтәгән.
Етәрлек кимәлдә контейнерҙар, төбәк операторҙарының эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн ойошторолған мониторинг һәм башҡа үҙгәрештәр йыйылған сүпте утилләштереүҙе еңелләштерә. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводына ебәргәнгә тиклем улар сортировка комплексында бүленә. Әлеге ваҡытта республикала сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе 14 комплекс эшләй. Илле төрлө ҡаты ҡалдыҡтарҙан икенсе сеймал баҙарында тик пластик, ҡатырға һәм быяла ғына һорау менән файҙалана.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан штабы ағзалары Благовещен ҡалаһы сүп-сар майҙансыҡтарында рейд үткәрҙе. Белгестәр контейнерҙарҙың таҙалығы менән бәйле етешһеҙлектәрҙе билдәләне. Шәхси йорттар булған урамдарҙа айырып йыйыу контейнерҙарына төрлө ҡалдыҡтар буталып ташланыуына дәғүә белдерелде. Бынан тыш, хәүефле ҡалдыҡтар өсөн ҡаралған һары контейнерҙарҙың тейешле кимәлдә хеҙмәтләндерелмәүе билдәләнде.
Республиканың 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһына ярашлы, сүп-сар сығарыу эшен артабан камиллаштырыу бурысы ҡуйылған. Көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу, сүп майҙандарын тәртиптә тотоуҙы тәьмин итеүҙән тыш, айырым һауыттарҙа йыйылған сүп-сарҙы республика сиктәрендә ҡайтанан эшкәртеү үҙәктәре булдырыу ҡарала.
Флорида Ким







