Баймаҡта әле торбалар алмаштырыла, дауахана биҫтәһендә яңы балалар поликилиникаһы төҙөлөшөнә бәйле селтәрҙе яңыртыу эштәре бара. Теманың дауамы сираттағы яҙмала.
«Дауахана» биҫтәһендә юл ябылыуы ҡала халҡы өсөн бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Был торлаҡ коммуналь хужалығы ойошмаһының ремонт эштәренә бәйле. Яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөү сәбәпле, йылылыҡ торбалары ҙурыраҡ диаметрлыһына алыштырыла. Селтәрҙе яңыртыу ҡала дауаханаһы комплексын тулы кимәлдә йылылыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.
Ойошмала ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек планға ярашлы башҡарыла. Һыуыҡтар башланыу менән күп ҡатлы йорттарға, учреждениеларға йылы тотҡарлыҡһыҙ бирелһен өсөн быйыл Есенин, Әлибаев урамдарында, Салауат Юлаев проспектында селтәрҙәр яңыртылды.
Йылытыу миҙгелендә өҙлөктәр булмаһын өсөн ойошманың 3 ҡаҙанлығында ла ремонт эштәре башҡарылған, гидравлик һынауҙар үткән, фильтрҙар алмаштырылған, бар ҡоролмалар тикшерелгән.




