Республикала рекордлы күләмдә уңыш йыйыла

 Гектар ҡеүәте яҡынса 30 центнер тәшкил итә. Бөгөнгә төбәк аграрийҙары баҫыуҙарҙан 2 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алды. Шишмә районы хужалыҡтарында уңыш уртаса күрһәткестәрҙән юғары.

Урындағы элеватор үҫтерелгән игенде һыйҙыра алмай, ауыл эшсәндәре уны күрше райондарҙа һаҡларға мәжбүр. Урып йыйыу эштәре менән бергә баҫыуҙарҙа ужым культураларын сәсеү ҙә бара.

Агротехник сараларҙы 10 сентябргә тиклем тамамларға иҫәп тоталар. Ер ҡуйынына эләгер алдынан, орлоҡ сифаты лаборатор тикшереү үтә. Бында уның шытымы, дымлылығы һәм башҡа күрһәткестәр бер нисә этапта тикшерелә.

Фото №1 - Республикала рекордлы күләмдә уңыш йыйыла

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ