«Ғәҙел Рәсәй»ҙәр медицинаны дауалау юлдарын барлай

Һайлауҙар алдынан сәйәси партия ағзалары һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү тәҡдимдәре индерә. Улар халыҡтан ҡабул иткән мөрәжәғәттәренә таянып төҙөлә. Һәр төбәк депутаттары башланғыстары үҙәк аппаратта тупланып ҡануниәт нигеҙенә ятаҡсаҡ.

Халыҡ йыш ҡына медицинаның сифатына түгел, ә уның һәр кем өсөн дә асыҡ булмауына зарлана. Әгәр ҡалаларҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәрлек булһа, төпкөлдәрҙә беренсел медицина кимәле түбән. Икенсенән, кадрҙар мәсьәләһе. Медицина хеҙмәте күрһәтеү нисек кенә замансалашмаһын, яҡшы белгестәр юҡ икән, һөҙөмтә булмаясаҡ. Бына ошо мәсьәләләрҙе Ғәҙел Рәсәйҙәр күтәреп сығасаҡ.

Владимир Нагорный, «Ғәҙел Рәсәй – хаҡлыҡ өсөн» партияһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фирҡәһе етәксеһе

«Ғәҙел Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ағзалары әйтеүенсә, Башҡортостанда был йәһәттән хәл ярайһы уҡ яҡшы. Республикала беренсел медицинаны үҫтереү өсөн күп сығымдар ҡаралған. Райондарҙа поликлиникалар, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары күпләп төҙөлә. Шулай ҙа персоналға ихтыяж бар, ти халыҡ һайланыусылары.

Фото №1 - «Ғәҙел Рәсәй»ҙәр медицинаны дауалау юлдарын барлай

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ