Республикала йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты» яҙырға саҡыралар

Халыҡ-ара акция Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндө – 3 сентябрҙә үтә.

Башҡортостанда күләмле сара йөҙгә яҡын майҙансыҡта ойошторола. Был исемлектә юғары уҡыу йорттары, мәғариф учреждениелары, музейҙар күрһәтелгән. Шулай уҡ «Еңеү диктанты»ның рәсми сайтында теркәлеп, әҙерлек үтергә, артабан акцияла онлайн-форматта ҡатнашырға мөмкин.

Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау өсөн 25 тест һорауы төҙөлгән. Иң юғары һөҙөмтә күрһәткән сығарылыш синыф уҡыусылары вузға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана. Еңеүселәр 9 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына саҡырыла.

Фото №1 - Республикала йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты» яҙырға саҡыралар

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ