Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы

Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында Советтар Союзы Геройҙары Зәйнетдин Әхмәтйәнов менән Закир Әсфәндиәровҡа бюст асылды. Сарала республика һәм район дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар Ватан һуғышы ветерандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, бюстҡа сәскәләр һалды. Артабан урындағы мәктәп музейындағы тарихи ҡомартҡылар менән танышты.

Ауылыбыҙҙың ике геройының береһе Закир Әсфәндиәров – минең атайымдың бер туған ағаһы. Уны тәүге тапҡыр күргән көн әле һаман хәтеремдә. Ул 1974 йыл ине. Һәйкәлде асыу патриотик йәһәттән бик мөһим сара. Геройҙарыбыҙҙы оноторға ярамай. Бөтә ойоштороусыларға ла рәхмәт әйткем килә.

Ришат Абдуллин

Саралар урындағы шишмә майҙанында дауам итте. Борондан изге һаналған сығанаҡты урында йәшәүселәр 10 көндә төҙөкләндереп, тимер баҫҡыс яһаған, ял итеү өсөн беседка ҡуйған. Киләсәктә бында ағастар ултыртып, халыҡ байрамдары ойоштормаҡсылар.

Саралар сылбыры Яңҡыҙҡайын ауылына нигеҙ һалыуға 350 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған мәжлес менән тамамланды. Байрамда урындағы ижади коллективтар халыҡҡа дәртле йыр-бейеүҙәр бүләк итте.

Фото №1 - Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ