Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, фонд тормошҡа ашырған һәр проект артында кешеләр һәм факттар тора. Биш йыл эсендә фонд 38 миллиард һумлыҡ инвестициялар менән 100 проектҡа ярҙам күрһәткән. Уның тарафынан 16 милпиард һумлыҡ займ бирелгән.
2018 йылдың 1 ғинуарынан быйыл 1 июлгә тиклемге осорҙа төрлө кимәл бюджеттарға ғәмәлгә ашҡан проекттарҙан 20 миллиард һумлыҡ һалым килгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ фондтың пандемия ваҡытында битлектәр һәм махсус костюмдар тегеү, кислород, дезинфекция саралары етештереүсе предприятиеларға ярҙам күрһәтеүен, уның ярҙамында республикала производстов кластерҙары үҫешеүе юғары баһалаған.
Республиканың ике тапҡыр сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса 1-се урын алыуы ла фондтың эш һөҙөмтәһе, тип билдәләгән төбәк етәксеһе.
Гөлдәриә Йосопова




