Хөкүмәт Премьер-министры «Глобаль һәм Рәсәй автомобиль сәнәғәте : кризис шарттарҙа күҙәтеүҙәр» тип исемләнгән пленар ултырышта сығыш яһаны.
Унда ул, автомобиль төҙөү өлкәһе – иҡтисадтың иң көслө этәргестәренең береһе, тип билдәләне. Тармаҡ автомобиль деталдәре, яғыулыҡ һәм аксессуарҙарға тиклем төрлө продукция етештерә. Әлеге ваҡытта беҙҙең алда импорт продукцияларҙы алмаштырыу бурысы тора, тип яҙған Хөкүмәт Премьер-министры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республиканың бер нисә предприятиеһы илдең автомобилдәр эшләү тармағын запчастар менән тәьмин итеүҙә ҡатнаша. Был маҡсатта ойошмаларға инвестициялар бүленә һәм яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, «Нефаз» автомобилдәр төҙөү компанияһы йылына мең берәмек яңы моделле пассажир автобустары сығара башлаясаҡ. Был маҡсатта 149 миллион һум аҡса бүленгән. Ә Туймазылағы «Мастер» сәнәғәт технопаркының “Камаз” менән берлектәге тағылма техника етештереү проектына 1 миллиард ярым һум аҡса йәлеп ителгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина




