Ҡабаттан прививка ҡаҙатыусылар һаны буйынса Башҡортостан илдең алдынғы биш төбәге исемлегендә, ревакцинация үткән кешеләр 800 меңгә яҡынлашҡан. Сәләмәтлеген, яҡындарын ҡайғыртып, поликлиникаға килеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Клара Мәғдәнова былтыр ковид-19 инфекцияһы йоҡтороп, ҡаты сирләгән. Үпкәһе етмеш процентҡа тиклем зарарлана. Өфөнөң 8-cе ҡала клиник дауаханаһына эләккәндән һуң, ул кислородҡа тоташтырыла. Өлкән йәштәге пациент икенсе ғүмер бүләк иткән табиптарға оло рәхмәтле булыуын билдәләй.
Ҡатын табипҡа күренгәндән һуң, коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыуға рөхсәт алды. Өс аҙнанан һуң йәнә поликлиникаға килергә кәрәк. Препараттың икенсе компоненты яһаласаҡ. Коридорҙа вакцинацияға сират. Айырыуса өлкән йәштәгеләр әүҙемлек күрһәтә.
Ревакцинация темптары буйынса республика илдең иң алдынғы төбәктәре исемлегендә. Өфөләге 5-се ҡала клиник дауаханаһының 3-сө поликлиникаһында ла көн һайын сиргә ҡаршы прививка ҡаҙатыусыларҙың артыуы күҙәтелә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сентябрь аҙағы-октябрь башында коронавирустың таралыу темптары артыуы көтөлә. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн медицина учреждениеларында вакцина етерлек кимәлдә. Шул уҡ ваҡытта ковид-19 инфекцияһы һәм грипҡа ҡаршы прививкаларҙы бер көндә ҡаҙатырға була.
Гөлназ Хәйбуллина




