Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин шулай тип белдерҙе. Өфөгә эш сәфәре барышында ул Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән милли проект һәм “Стимул” программаһы буйынса төҙөлгән объекттарҙы ҡараны. 2030 йылға тиклем республикала йыл һайын 4 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Никита Стасишин белдереүенсә, Башҡортостанда был бурысты үтәү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар.

Фото №1 - Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ