Уның барышында балалар тауары етештергән предприятиеларҙы үҫтереү мәсьәләһе ҡарала, шулай уҡ Өфөнөң спорт картаһы менән таныштыралар. Күргәҙмәлә учреждениеларҙың эше тураһында тулы мәғлүмәт алырға, балаларҙы секцияларға яҙҙырырға була. “Балалар һаулығына иғтибарҙы арттырыр кәрәк. Күҙҙәрҙе бала саҡтан һаҡлау мөһим”, ти форумда ҡатнашыусы окулист Гөлназ Тимербулатова.
Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау маҡсатында республикала яңы форматлы социаль рекламалар булдырыла, ти Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов.







