Махсус комиссия рейд уҙғарҙы. Уның составында Дума депутаттары, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы янындағы Йәмәғәт советы ағзалары, "Йәш Гвардия" вәкилдәре булды. Комиссия биш мәктәп янын ҡараны, өсәүһендә етешһеҙлектәр асыҡланды. Уларҙы август аҙағына тиклем бөтөрөргә ҡушылды.







