Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров һәм уның беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Сибайҙа педагогтарҙың август кәңәшмәһендә ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе пленар ултырышта сығыш яһаны. - Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән быйыл патриотик тәрбиәне ойоштороу буйынса конкурс уҙғарыла. Тәүге унау рәтенә ингән иң лайыҡлы мәктәптәргә берешәр миллион һум бирелә, - тине премьер-министр.








