«Еңеү диктанты»нда еңеүселәр Еңеү парадына саҡырыласаҡ

Республикала йәшәүселәрҙе «Еңеү диктанты»н яҙырға саҡыралар. Халыҡ-ара акция Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндө – 3 сентябрҙә үтә. Башҡортостанда күләмле сара йөҙгә яҡын майҙансыҡта ойошторола. Был исемлектә юғары уҡыу йорттары, мәғариф учреждениелары, музейҙар күрһәтелгән.

Шулай уҡ «Еңеү диктанты»ның рәсми сайтында теркәлеп, әҙерлек үтергә, артабан акцияла онлайн-форматта ҡатнашырға мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау өсөн 25 тест һорауы төҙөлгән. 

Иң юғары һөҙөмтә күрһәткән сығарылыш синыф уҡыусылары вузға ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана. Еңеүселәр 9 майҙа Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына саҡырыла.

Фото №1 - «Еңеү диктанты»нда еңеүселәр Еңеү парадына саҡырыласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ