Был уңайҙан баш ҡала почтамтында тантаналы сара уҙҙы. Рәсәйҙә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән исем 2020 йылдың 1 мартында сыҡҡан законға нигеҙләнеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм граждандар продукцияһы етештереп фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.
Яңы почта маркаһында Өфөләге тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл һүрәтләнгән. Бөгөн шулай уҡ Ижевск, Омск, Һарытау, Магадан, Ярославль ҡалаларында ла ошондай маркалар сыҡты. Улар өсөн махсус штемпелдәр әҙерләнгән.
Рәмилә Исмәғилева







