Аяуһыҙ йылдарҙа Мәмбәт ауылынан 67 кеше фронтҡа оҙатыла, уларҙың күбеһе тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһынан Әхмәтхан Мәмбәтов та була.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ ерләнгән урын һикһән йыл үткәс кенә асыҡланған. Быйыл йәй яугирҙың улы – Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Миҙхәт Мәмбәтов Ростов өлкәһендә атаһы ерләнгән туғандар ҡәберлегенә юлланып, тыуған ауылына бер ус тупраҡ алып ҡайта һәм әсәһенең ҡәберенә һибә. Билдәле булыуынса, Әхмәтхан Мәмбәтов 1942 йылдың декабрендә Обливск районы Деев хуторын азат иткәндә батырҙарса һәләк булған.
Хәтер сараһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламанов та ҡатнашты. Ул еҙнәһе Әхмәтхан Мәмбәтовтан бер йылға һуңыраҡ фронтҡа алынған. Һуғыш ваҡытында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугир менән осрашырға теләй ҙә бит, әммә өлгөрмәй.
Гөлназ Хәйбуллина







