Аяныслы хәл бөгөн Илеш районы Ҡаҙыр ауылында теркәлде. Ауылдаштарының береһе 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәфәис Мөслөховтан үтескә аҡса һорап өйөнә килгән.
Аҡһаҡал талап ителгән сумманы биреүҙән баш тартҡас, ул фронтовиктың ғүмерен ҡыйған. Был турала тәртип һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарҙан билдәле булды. Рәфәис Мөслөховтың йәнһеҙ кәүҙәһенә, көндә уны тәрбиәләргә килгән социаль хеҙмәткәр юлыға
Фронтовиктың тәнендә күп һанлы бысаҡ яралары булыуы асыҡлана. Рәфис Мөслөхов яңғыҙ йәшәгән, 40 йыл дауамында урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Енәйәттә ғәйепләнеүсе, әле ҡулға алынған. Уның быға тиклем дә иркеннән мәхрүм ителеүе билдәле. Ваҡиға урынында эксперт криминалистар эшләй. 48 сәғәт эсендә ветерандың ғүмерен ҡыйған әҙәмгә ҡарата иркен сикләү ҡарары раҫланырға тейеш. Енәйәт эшен тикшереү Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты идаралығы етәкселегенең контролендә.




