Рус география йәмғиәте фестивале барышында “Зарядье” паркында ҙур тамаша күрһәтелә. Сараға бәйле республика вәкилдәре Кремль янында башҡорт тирмәһе ҡорҙо, халыҡҡа оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Тирмә хужабикәһе Ләйсән Мәзитова һөйләй.
Бөгөн байрам ваҡытында Башҡортостандан һәм Мәскәүҙә ижад иткән артистар, коллективтар ҡатнашлығында ҙур концерт ҡуйыла. Рус география йәмғиәте фестивале 18 августа башланды һәм 28-һендә тамамлана.







