Был турала республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, быйыл тәбиғәт янғындары күләме былтырғы менән сағыштырғанда 8 тапҡырға аҙыраҡ.
Әммә тынысланырға иртәрәк. Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы, үләндең ҡуйы булыуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Шуға ла республикала 23 августан 5 сентябргә тиклем махсус янғынға ҡаршы тәртип индерелә.
Халыҡҡа транспортта урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу тыйыла. Талапты үтәмәгән өсөн штраф һалына. Уның күләме физик шәхестәргә 10-20, етәкселәргә 30-60, юридик шәхестәргә 800 мең һумға тиклем билдәләнгән. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, август аҙағынаса эҫе һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана.







