Баймаҡ районы баҫыуҙарында ла ураҡ ҡыҙған саҡ

Һауа торошоноң аяҙ тороуы ла хужалыҡтарҙың эшен еңеләйтә. Әле Баймаҡ районы баҫыуҙарында ла ураҡтың ҡыҙған мәле. Бер нисә йыл дауамында ҡоролоҡтан ыҙа сикккән баҫыу батырҙары, быйыл мул уңыш алып ҡыуана.

Ҡуянтау ауылынан Өлфәт Яҡупов комбайн руле артында 20 йыл. Әле Толпар яуаплылығы сикләнгән ойошмала урып йыйыу эшендә әүҙем ҡатнаша. һуңғы 10 йылда быйылғы уңыш иң юғары төшөм тип иҫәпләй комбайнсы.

Ялан батырҙарына йәйҙең һәр минуты ҡәҙерле. Шуға ла иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙарҙа техника тауышы тынмай. Мөһим кампания ойошҡанлы барһын өсөн техниканың төҙөк,яғыулыҡ майлау материалдарының етерлек булыуы шарт.

Хужалыҡта 500 башҡа яҡын йылҡы малы иҫәпләнә. Уларға аҙыҡ етәрлек күләмдә тупланған. Барлығы 190 гектарҙа һоло,170 гк.етен,500 гк. майҙанда иген сәселгән. Әлегә етен йыйып алынған, һоло баҫыуындағы эштәр тамамланғас, иген культураһын урып-йыйыу башҡарыласаҡ.

Йыйылған ашлыҡ ырҙын табағына оҙатыла. Баймаҡ районында бар хужалыҡтар ҙа ураҡҡа төштө. Әлегә яҡынса 58 мең тонна иген культураһы йыйып алынған. Уртаса төшөм бер гектарҙан 26 центнер тәшкил итә.

Фото №1 - Баймаҡ районы баҫыуҙарында ла ураҡ ҡыҙған саҡ

  Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ