Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында еңеү яулаған табип-акушер һәм теш табибы менән БЮТ ижали төркөмө осрашты.
Иртә менән табип-акушер Сергей Денисов пациенттары – буласаҡ әсәләр янына ашыға. Бала табырға йыйыныусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы, донъяға сәләмәт сабыйҙың килеүе өсөн ул бар көсөн һала, белемен һәм тәжрибәһен ҡуллана. Ольга Сәләхетдинова өсөнсөгә әсәй булырға йыйына. Быға тиклем ике балаһын ул үҙ һөнәренең оҫтаһы булған табип-акушер күҙәтеүендә тапҡан.
Әсә ҡарынындағы баланы заманса цифрлы күҙәтеү системаһы дауаханаға «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса быйыл ғына ҡайтарылған. Кардиомонитор табип-акушерҙың эшендә алыштырғыһыҙ ҡорамал. Органдарҙы һаҡлап ҡалдырыусы әмәлиәт ысулдары, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн кюветтар.
Былар бөтәһе лә заман талабы, лайыҡлы эш шарттары, заманса ҡорамалдар, уҡытыусыларымдың төплө белем биреүе, акушер-гинеколог һөнәрендә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итте, ти, Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында беренсе урын яулаусы.
Теш феяһы, ирекмән. Ольга Джумма балалар теш табибы. Ул Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы теш табибы» номинацияһында 2-се урын яулаған. Медицинала эш тәжрибәһе 10 йылдан ашыу.
Табип-ортодонт конкурсҡа үҙенең ирекмәнлек эшмәкәрлеге, эш ысулдары, йәшәү рәүеше хаҡында видеоролик тәҡдим иткән. Теоретик өлөштә мөмкинлектәре сикләнгән балалар, дәүләт балалар теш поликлиникаһында эш алымдарын сағылдырған.
Әйткәндәй, «Теш феяһы» проекты 2018 йылда Рәсәй ирекмәндәре конкурсында призлы урын алған. Стоматолог-ортодонттың маҡсаты мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы яҡлау һәм тештәр һаулығын тәьмин итеү.
Башҡортостан табиптары данын бөтә илгә таратыусы геройҙарыбыҙ икеһе лә балалар сәләмәтлеге һағында тора. Донъяға йылмайып баҡҡан һау балалар күберәк булған һайын. илебеҙ киләсәге лә өмөтлө, ти Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары.
Гүзәл Борханова




