1 сентябрҙән Рәсәй буйынса дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү тәртибе үҙгәрә

Күп фатирлы торлаҡта йәшәгән милекселәр коммуналь ресурстарға сарыф ителгән сумманы тулы күләмдә үҙҙәре ҡаплай башлай. Әлеге ваҡытта ҡағиҙә буйынса билдәләнгән нормативтарҙан юғарыраҡ күрһәткес өсөн сығымдар идарасы компанияға йөкмәтелә.

Шуға күрә республикала йәшәүселәргә торлаҡты хеҙмәтләндереүсе ойошма етәкселеге менән йыйылыш үткәреп, һуңғы бер йылда дөйөм йорт ихтыяждары өсөн киткән сығымдарҙы асыҡларға кәрәк.

Финанс йөкләмәне фактик ҡулланыу буйынса ай һайын башҡарырға, йә нормативтар буйынса ҡалдырып, йылдың беренсе кварталында яңынан иҫәпләү ойошторолғандан һуң, асыҡланған артыҡ сумманы ҡапларға мөмкин.

 Яңы ҡағиҙә буйынса түләүҙәрҙең өс ысулы бар . Милекселәр идарасы компания менән берлектә йыйылыш үткәреп уңайлы ысул һайлап пртоколдар төҙөргә тейеш. Ҡарар ҡабул ителмәгән осраҡта сентябрҙән декабргә тиклем нормативтан артыҡ ҡулланылған сығымдар 2023 йыл башында, ә 2023 йылдыҡы 12 айға 2024 ғинуарынан квитанцияларҙа сағылдырыла. Икенсе ысул йыйылышта факт буйынса ай һайын айырманы күрһәтеү, өсөнсөһө уртаса айлыҡ сығымдарҙы иҫәпләп,12 ай буйына бер үк сумманы түләү, әммә был осраҡта йыл аҙағында факт буйынса яңынан иҫәпләүҙәр башҡарыла.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы
Фото №1 - 1 сентябрҙән Рәсәй буйынса дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү тәртибе үҙгәрә

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ