Өфөлә ҠуРай гастрономия байрамы үтте

 Уны Башҡортостандың отельерҙар рестораторҙар, кулинарҙар ассоциацияһы ойошторҙо. Майҙанда республиканың иң көслө ашнаҡсылары милли ризыҡтар әҙерләүҙә оҫталығын күрһәтте. Сараға килеүселәр башҡорт, татар, мари, сыуаш, белорус, украин милли аш-һыуҙарын әҙерләү серҙәре менән танышты, тәмләп ҡараны.

Урамда ойошторолған гастрономия фестивале ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ мәктәбенә әйләнде. Мәскәү ҡунаҡтары һәм баһалама вәкилдәре Башҡортостан ашнаҡсыларының эш тәжрибәһен юғары баһаланы.

Башҡортостан кулинарҙарының алдынғы тәрибәһен бөтә илгә таратырға тәҡдим итәм. Бөгөнгө кулинарҙар ярышында ҡатнашыусы һигеҙ команда ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Башҡортостан ашнаҡсыларына кулинар һөнәрен юғары кимәлгә күтәргәндәре өсөн рәхмәт әйтке килә.

 Анна Жукова, Рәсәй кулинарҙары милли ассоциацияһы рәйесе
Фото №1 - Өфөлә ҠуРай гастрономия байрамы үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ