Баш ҡалабыҙ Бөтә Рәсәй экскурсиялар флешмобына ҡушылды

Сара Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бушлай. Танып-белеү экскурсияларында Рәсәйҙең 41 төбәге Ҡаҙағстан һәм Белорусия ҡатнаша.

 Көндөҙгө сәғәт 12-лә бөтә ил буйлап танып-белеү сәйәхәттәренә страт бирелде. Шул иҫәптән Өфөлә лә. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажында.

Бөтә Рәсәй экскурсиялар флешмобы сиктәрендә Өфөнәң алты нөктәһендә йәйәүле сәйәхәттәр ойошторолдо. Баш ҡала тарихы, сауҙагәрҙәр  һәм меценаттар эшмәкәрлеге, дини урындарға һәм музейҙарға сәхифәне махсус әҙерлекле экскурсоводтар үткәрҙе.

Быға тиклем танып-белеү экскурсиялары аҙна дауамында иртәнге сәғәт 9-ҙан  киске 6 -ға тиклем ойошторолған. Эш ваҡытында төрлө ойошмаларҙа  эшләүселәр бындай мөмкинлек менән ҡуллана алмаған. Ә шәмбе ойошторолғандары зшләүсе граждандар өсөн бигерәк тә уңайлы.

Ләйсән тәҡдим иткән экскурсиялар бай йөкмәткеле. Миңә айырыуса Стәрлебеш районында «өләсәйҙә ҡунаҡта» проекты иҫтә ҡалды. Ә бөгөнгө йәйәүле экскурсия аша мин Өфө сауҙагәрҙәре тураһында бай мәғлүмәт алдым.

Юлия Куклина, рәссам, Бөтә Рәсәй экскурсиялар флешмобында ҡатнашыусы

Һәр төркөмдәге экскурсияларға 90-ға яҡын кеше заявка биргән. Ҡатнашыусылар  Федор Шаляпин эҙҙәре буйлап үтте, билдәле урман сәнәғәтсеһе Чижовтар яҙмышын һәм эшмәкәрлеген өйрәнде, меценат Николай Блохиндың китап йорто, хәйриә эшмәкәрлеге менән танышты.

Беҙҙең маҡсат - Өфө тарихын популярлаштырыу. Беҙ баш ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршы алыу маҡсатын ҡуябыҙ. Өфөлөләр яратҡан ҡалабыҙ тарихы, мәҙәниәтен яҡшы белеүҙән тыш, туристарҙы данлыҡлы шәхестәр менән дә  таныштырырға тейеш.

Ирина Бәшәрова, Башҡортостан экскурсоводтар гильдияһы рәйесе

Ҡунаҡһарай сауҙа майҙаны алдында ойошторолған экскурсияларҙың береһе Өфө тарихына, икенсеһе сауҙагәрҙәр эшмәкәрлегенә арналды. Бушлай үткәрелгән экскурсияларҙа ҡатнашыусылар Өфө тарихына арналған ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышты, меценаттарҙың хәйриә эшмәкәрлегенең ҡыҙыҡлы биттәрен асты. Өфө урамдары буйлап бушлай экскурсиялар башҡаланың 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо.

Фото №1 - Баш ҡалабыҙ Бөтә Рәсәй экскурсиялар флешмобына ҡушылды
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ