Ижади бәйгелә традицион милли кейем тегеүсе оҫталар, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү ательелары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Конкурста 16 йәштән өлкән кейем тегеү оҫталары ҡатнаша ала. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлнисә Баймырҙина әйтеүенсә, биш номинация ҡаралған.







