Республикала ошо турала закон ҡабул ителгән. Тыйыу кафе, бар һәм ресторандарға ҡағылмай. Законды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған. Уның суммаһы ойошмалар өсөн 300 мең һумға тиклем етә. Башҡортостанда шулай уҡ Яңы йыл каникулының ҡайһы бер көндәрендә, "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу тыйылған.







